Главные вкладки

"Пионер һәр саҡ алда" интернет конкурсы

"Пионер һәр саҡ алда" интернет конкурсы еңеүселәре Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт урта мәктәбенең 5 класс уҡыусылары "Юлдаш" радиоһына килде.
Ҡунаҡтарыбыҙ тура эфир студияһында булды, беҙҙең алып барыусылар һәм хәбәрселәр менән осрашты. "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының "Тау-тау хәбәр" тапшырыуында ҡатнашты. 

- Беҙ бәхетле, сөнки "Юлдаш" радиоһы һәм "Тамыр" студияһы алып барыусылары менән күптән танышырға, осрашырға теләгәйнек. Конкурста еңдек һәм Өфөгә килдек. Каникул алдынан был беҙҙең өсөн ҙур бүләк булды, - тине Яҡшымбәт уҡыусылары. 
"Юлдаш" радиоһы балаларға "Өфө планетарийына" сәйәхәт бүләк итте. Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға яҡшы кәйеф һәм иҫтәлекле мәлдәр теләйбеҙ. 

Яҡшымбәт пионерҙары тураһында "Тау-тау хәбәр" программаһында сюжет сыҡты. Тапшырыуҙы ҡарар өсөн һылтанма буйынса үтегеҙ. http://tv-rb.ru/teleproekty/proekty-detskogo-telekanala-tamyr/gora-novos...

 

 

 

 

Комментарий ҡалдырырға

Filtered HTML

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <blockquote> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Plain text

  • HTML-теги не обрабатываются и показываются как обычный текст
  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

ночью 12..14°C
утром 13..15°C
днём 17..19°C
вечером 12..14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.