Главные вкладки

Сәләм, студент - 2015

1 сентябрҙә Салауат Юлаев майҙанында йәшлек, берҙәмлек  һәм дуҫлыҡ тантана итте.

Тарихта беренсе тапҡыр беренсе курс студенттарының парады үтте. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә 11 меңдән ашыу студент ҡабул ителгән. Парадта иһә университетта, академияла һәм институтта белем алған йәштәр ҡатнашты. Билдәле спортсылар, сәнғәт әһелдәре һәм университеттарҙы төрлө йылдарҙа тамамлаған билдәле кешеләр ҙә йәштәр менән бер сафҡа теҙелеп атланы.

Уҡыусы йәштәргә символик атрибуттар – белем асҡысы, студент билеты һәм зачет кенәгәһе тапшырылды. Студент гимны башҡарылды, ижади коллективтар сығыш яһаны. 

Йәштәрҙе республика башлығы Рөстәм Хәмитов та сәләмләне, яңы уҡыу йылында яңы уңыштар теләне.

Парадты ойоштороусылар – республика вуздарының ректорҙар советы һәм студент берләшмәләренең  республика союзы.

“Сәләм, студент!” концерт-дискотекаһы Киров районы хакимиәте менән берлектә ойошторола. Һәм уны уҙғарыу матур йолаға әйләнгән. Ул алтын көҙҙөң сағыу биҙәге һанала.

Тамашаны Марсель Байдәүләтов, Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Филүс Ҡасимов алып барҙы.

Танылған йырсылар: Хәсән Усманов, Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Әлфиә Әмирханова, Фирүзә Париж һәм йәш башҡарыусыл: Сабина Кучаева, Гөлфинә Хәмитова, Гөлназ Асаева, Ришат Төхвәтуллин, Ян Лира, Ғайсар Миңлеғолов һәм Рәил Өмөтбаев студенттарҙың байрам шатлығын уртаҡлашты.

 

Бағыусыларыбыҙ:

 

Велик спорт магазины. Адресы: Өфө ҡалаһы, Гагарин урамы, 74-се йорт.

“Урал батыр” туроператоры. Улар Төркиәгә һәм Мысырға путевка алыу өсөн ике сертификат әҙерләгән.

“Синема Парк” кинотеатры. Яңы фильмдарға билеттар өләште.

“Родина” кинотеатры.  

“Квест ысынбарлыҡта”.  

“Отражайка” компанияһы.

Ул концертҡа килеүселәргә фликерҙар таратты.

 

                                                      Һүрәттә: байрамдан күренештәр  

 

Комментарий ҡалдырырға

Filtered HTML

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <blockquote> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Plain text

  • HTML-теги не обрабатываются и показываются как обычный текст
  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

ночью -17..-19°C
утром -9..-11°C
днём -5..-7°C
вечером -4..-6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.