Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә "Юлдаш" радиоһы йыл да кескәйҙәр өсөн байрам саралары ойоштора. Матур йоланан быйыл да ситләшмәйбеҙ. Бүләктәр һәм күстәнәстәр тейәп бер төркөм юлдаштар Дәүләкән балалар приютына барып ҡайтты. Унда тәрбиәләнгән балалар өсөн әҙерләгән мәрхәмәтлек акцияһы күңелле үтте, кескәйҙәргә йәш йырсылар Сабина Кучаева, Динар Мансуров һәм "Праздник в дом" компанияһының аниматорҙары сығыш яһаны.
Комментарий ҡалдырырға