Главные вкладки

"Йыл йыры - 2014"

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиоһы, Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе – “Юлдаш” каналы булдырған “Йыл йыры” призын тапшырыу тантанаһы үтте.

Бишенсе йыл рәттән был премия Хит-парадта юғары баһа алған йырҙар һәм иң күп тауыш йыйған йырсыларға тапшырыла килә.

 

 

  “Юлдаш” радиоһында йыл дауамында барған хит-парадҡа йомғаҡ яһаған тамашаны “Ноу–хау” төркөмө – барабансы егеттәр башлап ебәрҙе. Ә йырсыларҙан сәхнәгә тәүгеләрҙән булып үҙешмәкәр башҡарыусыларҙың ”Юлдаш йыры - 2013” еңеүсеһе Рифат Шәрәфетдинов сыҡты. Кәүсәриә Нуруллина һүҙҙәренә Наил Шәймәрҙанов ижад иткән “Миләштәрем” йырын халыҡ ихлас ҡабул итте, дәррәү алҡыштарға күмде. Нәзирә Яппарова “Йыл йыры” тамашаһында үҙе яҙған “Һин генә” йырын башҡарҙы. “Вираж” бал бейеүҙәре ансамбле артистары башҡарған бейеү Нәзирәнең сығышына ҡабатланмаҫ биҙәк өҫтәне. Концертта илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәү ҡунаҡтары ла ҡатнашты. Рэдик Ефремовтың моңло йыры, ижади пар - Луиза һәм Арсен Кәримовтар, Анна Сулимина менән Радик Юлъяҡшиндың дәртле дуэты йыр-моң һөйөүселәрҙе битараф ҡалдырманы.

Тамашала океан артынан да сәләм яңғыраны.

Америка Ҡушма Штаттарында - Нью-Йорк ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ, танылған композитор Роберт Ғәзизов артистарға изге теләктәрен еткерҙе, “Юлдаш” радиоһына йыр сәнғәтен популяр итеүҙә һәм үҫтереүҙә уңыштар теләне. Ижадсының йырҙарын йәш йырсылар ҙа онотмай, быуындар бәйләнеше өҙөлмәй. Кисәлә композиторҙың йыры өр-яңы башҡарыуҙа тәҡдим ителде. Ибраһим Абдуллин шиғырына ул яҙған “Ағиҙелдә боҙ китә”  йырын Илнур Ишембаев башҡарҙы. Һәм тамашасы һөйөүен яуланы. 

Әлфиә Юлсурина, Фәрүәз Урманшин, Рәүилә Мәсәлимова, Радик Вәлмөхәмәтов, Лилиә Ишемйәрова, Рәдиф Зарипов, Зилиә Бәхтиева, Айгиз Ханов, Гөлсөм Бикбулатова, Фәтих Ҡолһарин, Алина Дәүләтханова, Рәил Өмөтбаев, Лилиана Ирназарова, Фаил Йортбәков, Ғайсар Миңлеғолов, Фәнис Сирбаев, Гөлназ Ҡәҙербирҙина, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Вәкил Мурзин, Радмир Туйсин… Һәр кемдең сығышы үҙенсәлекле һәм сағыу булды. Тамашасы һәр артисты ихлас алҡышланы. 

"Йыл йыры" фестивалендә башҡарыусылар менән бер рәттән йыр сәнғәтенә хеҙмәт иткән ижадсылар ҙа билдәләнде.

2014 йылда тиҫтәләрсә йырға йән өргән, илһамына белемен һәм тәжрибәһен өҫтәп ихлас эшләгән Ғәлинур Юламановҡа махсус бүләк тапшырылды. Уны “йылдың иң оҫта аранжировкалаусыһы” тип атаныҡ. Быйыл ғына бихисап йырға мәғәнәле, матур һүҙҙәр яҙған Гөлнур Ҡыуатоваға шулай уҡ “Йыл йыры” символы бирелде. Мәшһүр йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рамазан Йәнбәков йыр сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн фестивалдең махсус призы менән бүләкләнде. 

Концерт барышында күңелле һәм иҫтә ҡалдырлыҡ мәлдәр күп булды.

Алып барыусылар Марсель Байдәүләтов, Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Филүс Ҡасимов тамашасылар араһында ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙе, бүләктәр отторҙо. Бағыусыларыбыҙ: “Сәләмәт ғаилә” медицина үҙәгенең сертификаттары,  Нефтекама ҡалаһының “Хлебосольный” икмәк комбинатының күстәнәстәре, “Пегас” туристик компанияһының призы, “Крессида” күн һәм тире магазин селтәрҙәре салонының сертификаты уйында еңеү яулаусыларға бүләк ителде.  

 

“Йыл йыры” фестивалендә һеҙ һайлаған иң матур 30 йыр, һеҙ баһа биргән иң моңло 30 тауыш яңғыраны. Беҙҙең каналды тыңлауығыҙ һәм башҡарыусыларыбыҙҙы хуплап, ҡеүәтләп, уларҙың ижадына иғтибар бүлеүегеҙ өсөн рәхмәт, хөрмәтле юлдаштарыбыҙ.

 

Оҙаҡламай тамаша Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла күрһәтелер. Алхәбәрҙәрҙе күҙәтеп барығыҙ! Әлегә иһә сағыу һәм ҡабатланмаҫ мәлдәрҙе, тарихҡа инеп ҡалған минуттарҙы фоторәсемдәрҙә ҡарағыҙ.

 

                                                                                                                               Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары 

Комментарий ҡалдырырға

Filtered HTML

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <blockquote> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Plain text

  • HTML-теги не обрабатываются и показываются как обычный текст
  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

ночью 7..9°C
утром 5..7°C
днём 7..9°C
вечером 4..6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.