Главные вкладки

"Йыл йыры" йөрәктәрҙә

6 февралдә “Юлдаш” радиоһы 2015 йыл хит-парадына йомғаҡ яһап, иң яҡшы йырҙарҙы билдәләне.

“Йыл йыры – 2015” фестивале лауреаттары сыҡты.  Бына улар:

“Премьер Квартет” ( Айгиз Ханов – баритон, Руслан Сәйфетдинов – тенор, Вадим Зәкиев – бас-баритон һәм Марсель Ҡотоев – тенор).

Иҙел Нурғәлин – “Ауыл егеттәре”

Сабина Кучаева - “Зәңгәр күҙ”

Эльвир Ишкилдин – “Айлы кис”

Хәсән Усманов – “Ағиҙелдә аҡ томан”

Илгиз Шәкүров – “Кеше ғүмере”

Әлиә Хәзиева – “Мөхәббәт ҡанаттары”

Радик Динәхмәтов - “Ҡышҡы юлдан”

Дилара Иҙрисова – “Былбылым”

Бибисара Азаматова һәм Рәил Өмөтбаев - “Тала”

Фәриҙә Ғаззалова – “Ярат мине”

Йәмил Әбделмәнов – “Ҡыр ҡаҙҙары”

Ынйы Әхмәтова – “Уйнап, йырлап йәшәйексе”

Айһылыу Ғәбдинова – “Күпме күҙҙәр күреп онотолған”

Рөстәм Ғиззәтуллин – “Яратығыҙ”

Резедә Әмәкәсова, Айҙар Латыпов – “Ысын һөйөү”

Илдар Усманов – “Дуҫлыҡ”

Венера Юлгилдина – “Сәстәр сәскә бәйләнһен”

Фәрхәт Ғәйнетдинов – “Зөһрә йондоҙ”

Рәүилә Мәсәлимова – “Алтын ғүмер”

Сәйет Билалов – “Ғүмер”

Гөлшат Ғайсина, Венер Камалов – “Һин янымда сағымда”

Заһир Иҫәнсурин – “Ғүмерҙәр зая уҙмаһын!”

Рәдиф Зарипов – “Һин”

Ришат Хәмитов – “Йәшәрмәй ҡайҙа бараһың?”

Гөлдәр Ишҡыуатова – “Йылмайыуың”

Искәндәр Ғәзизов – “Йәшлек йәме”

Рәмил Туйсин – “Яуһын әйҙә ҡарҙары”

“Карауан” төркөмө – “Йыйын”.

 

"Йыл йыры" фестивале барышында Рәсәй Федерацияһы  Федераль йыйылышының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы Советы рәйесе  Лилиә Ғүмәрова "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Ғәлим Яҡуповҡа Рәсәй Федерация Советының Рәхмәт хатын тапшырҙы. 

Ә танылған йырсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Нәжиә Аллаярова башҡорт сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн "Йыл йыры" фестиваленең махсус дипломы менән бүләкләнде. 

Тамаша оҙаҡламай Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтеләсәк. Алхәбәрҙәрҙе күҙәтеп барығыҙ. 

"Йыл йыры" фестивале тураһында башҡа яҙмаларҙы ошо һылтанма буйынса таба алаһығыҙ:

https://ru.wikinews.org/wiki/Өфөлә_«Йыл_йыры_2015»_фестиваль-концерт_үтте

https://ru.wikinews.org/wiki/В_Уфе_прошёл_фестиваль-концерт_«Песня_года_2015»

                                                                  Рөстәм Нурыев һәм Ғәзиз Әбделмәнов фоторәсемдәре

 

 

Комментарии

"Юлдаш"тар, афарин! Бындай монло, хисле, куркэм концерттар шул тиклем танхык. Барыхы ла югары кималда утте, бик оkшаны! Кунел кутарелеп, дартланеп,илhамланып kайттыk. Килаhе тамашаларыгыззы котеп калабыз!

Комментарий ҡалдырырға

Filtered HTML

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <blockquote> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Plain text

  • HTML-теги не обрабатываются и показываются как обычный текст
  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

вечером 3..5°C
ночью 2..4°C
утром 0..2°C
днём 5..7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.