Главные вкладки

Саҡмағоштар ҙа хоккей ярата

- 12.01.17 -

Өфөлә үтәсәк "Ҙур хоккей аҙналығы"н Башҡортостан район - ҡалаларында ла көтәләр. Континенталь, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар лигаларынан иң көслө уйынсыларҙы күрергә, уларҙан оҫталыҡ дәрестәре, һис юғында автограф алыу - һәр хоккейсы малайҙың хыялы. Хоккейға етди иғтибар бирелгән Саҡмағоштан да Рәсәй хоккейының 70 йыллығына арналған байрамға - Өфөләге Хоккей аҙналығына килергә йыйыналар.
Саҡмағоштоң өлкәндәр һәм балалар төркөмдәрендә үҙ хоккей командалары бар. Спорттың был төрөн үҫтереү йәһәтенән район яңы мөмкинлектәр ҙә алды - декабрь аҙаҡтарында унда ҡыйығы ябылған хоккей аренаһы файҙаланыуға тапшырылды.
Ауыл ерҙәрендәге бындай арена - республикала тәүгеһе. Әлегәсә фәҡәт ҡалаларҙа ғына ошондай боҙ һарайҙары төҙөлдө.


ҡаралған: 17

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә -17..-19°C
иртән -16..-18°C
көндөҙ -13..-15°C
кис -16..-18°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.