Главные вкладки

Туй көнө – Wedding Day

Һикһән етенсе дәрес

Lesson Eighty Seven

 

 Туй көнө – Wedding Day

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Бөгөн туй тураһында һөйләшәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Инглизсә Туй - Wedding. Өйләнеү – Marriage. 

 

Артабан темаға бәйле ҡайһы бер һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр өйрәнәйек.

Өйләнешергә тәҡдим – Proposal 

Никахлашыу – Engagement 

Туй балдағы – Engagement ring/ Wedding ring 

Кейәү – Fiancé / Groom

Кәләш – Fiancée / Bride

Ҡыҙҙар аулағы – Bridal shower 

Егеттәр аулағы – Stag night / Bachelor party 

Кәләш яғынан шаһит – Maid of honor 

Кәләш әхирәттәре – Bridesmaids 

Кейәү яғынан шаһит – Best man 

Кейәү дуҫтары – Groomsman 

Туй күлдәге – Wedding gown / Wedding dress 

Фата – Veil 

Туй кейеме (костюм) – Wedding suit / Tuxedo 

Туй тантанаһы – Ceremony

ЗАГС – Registry office

Никах анттары – Wedding vows 

Балдаҡтар менән алмашыу – Exchange the rings 

Туй гөлләмәһе – Wedding bouquet 

Туй торты – Wedding cake 

Йәштәр бейеүе – Bridal Waltz 

Туй кисәһе – Wedding party 

Баллы ай – Honeymoon 

Ир – Husband 

Ҡатын – Wife 

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

ЗАГС-та туй тантанаһы барышында парҙар балдаҡтар менән алмашына һәм махсус документтарҙа ҡултамға ҡуялар – During the ceremony at the registry office couples exchange rings and put their signatures in special documents.

Рәсәйҙә кәләш ғәҙәттә ҡупшы аҡ күлдәк һәм фата кейә. Ә кейәү ҡара йәки аҡ костюм кейә. Ул шулай уҡ был көндә буласаҡ ҡатынына сәскәләр бүләк итә – Russian bride traditionally wears a gorgeous white dress and a veil. A groom wears a black and white suit. He also presents flowers to his future wife on this day.

Ҡайһы берҙә туй барышында кәләш гөлләмәне һелтәй һәм кем уны беренсе тота, шул артабан кейеүгә сыға – At some point during the wedding the bride should toss her bouquet and the person who catches it first is supposed to get married next.

Йола буйынса, бөтә ҡунаҡтар яңы өйләнешкәндәргә бүләктәр бирә. Унда аҡса, йорт йыһаздары, кейем, биҙәүес йәки тәм-томдар һәм башҡаһы булыуы ихтимал –Traditionally, all guests give presents to the newlyweds. It might be money, household appliances, clothing, make-up, sweets and else.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә лә туй тураһында һөйләшеүебеҙҙе дауам итербеҙ.  

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Ҡайһы берҙә туй барышында кәләш гөлләмәне һелтәй һәм кем уны беренсе тота, шул артабан кейеүгә сыға. 2. Йола буйынса, бөтә ҡунаҡтар яңы өйләнешкәндәргә бүләктәр бирә. Унда аҡса, йорт йыһаздары, кейем, биҙәүес йәки тәм-томдар булыуы ихтимал. 3. ЗАГС-та туй тантанаһы барышында парҙар балдаҡтар менән алмашына һәм махсус документтарҙа ҡултамға ҡуялар. 4. Рәсәйҙә кәләш ғәҙәттә ҡупшы аҡ күлдәк һәм фата кейә. Ә кейәү ҡара йәки аҡ костюм кейә. Ул шулай уҡ был көндә буласаҡ ҡатынан сәскәләр бүләк итә.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Wedding is a very important and special occasion. It’s a day when two people in love get married. Different countries follow different traditions during the wedding. For example, in our country couples go to a local registry office and then to church. After that, they organize a big party, to which most relatives and close friends are invited. During the ceremony at the registry office couples exchange rings and put their signatures in special documents. The guests drink champagne there and eat chocolate. Russian bride traditionally wears a gorgeous white dress and a veil. A groom wears a black and white suit. He also presents flowers to his future wife on this day. There are some superstitions about the wedding. For example, the groom shouldn’t see the bride in the morning of the wedding. It can bring bad luck. At some point during the wedding the bride should toss her bouquet and the person who catches it first is supposed to get married next. Traditionally, all guests give presents to the newlyweds. It might be money, household appliances, clothing, make-up, sweets and else. I’d like to say that wedding ceremony and traditions vary from country to country and are always interesting.

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.