Главные вкладки

Йәштәр мәсьәләләре – Youth Problems

Етмеш беренсе дәрес

Lesson Seventy One

 

Йәштәр мәсьәләләре – Youth Problems

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Бөгөн йәштәр һәм үҫмерҙәр проблемалары тураһында һөйләшәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Инглизсә Йәштәр – Youth, Үҫмерҙәр – Teenagers. Йәштәр мәсьәләһе – Youth Problems. Үҫмерҙәр проблемаһы – Teenagers Problems.

 

Артабан темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Йәш быуын – Young generation

Әҙәпһеҙ – Impolite

Ата-әсәләрҙе тыңламаҫҡа – to be reluctant to listen to the parents

Буйһонмаусан булырға – to be independent

Үҙаллы йәшәргә – to live on the own

Ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығырға – to manage with difficulties

Эгоистик – Selfish

Төплө аҡыл – Common sense

Тәртип, үҙ-үҙеңде тотош – Behavior

Буйға етеү – to grow up

Яуаплы булыу – to be responsible

Агрессив булырға – to be aggressive

Проблеманы хәл итергә – to cope with problem / to solve the problem

Тәрбиәләргә – to bring up

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Бөгөн йәш быуын бөтөнләй әҙәпһеҙ һәм йыйнаҡ түгел тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә – Nowadays we are often told that young generation is absolutely impolite and disorganized.

Үҫмерҙәр үҙ-үҙҙәренә саманан тыш ышана һәм буйһонмаусан булырға теләй, әммә ысынында иһә улар үҙаллы йәшәй ҙә, ҡыйынлыҡтарҙы ла йырып сыға алмай – Teenagers feel like looking independent and confident but, of course, in fact they can neither live on their own nor manage with all difficulties themselves.

 Әгәр үҫмер аҡыллы икән, ул проблемаларын үҙе хәл итә һәм тәрбиәле була аласаҡ – If a teenager has the common sense, then he or she will be able to solve any problem and improve his or her behavior.

 Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Үҫмерҙәр үҙ-үҙҙәренә саманан тыш ышана һәм буйһонмаусан булырға теләй, әммә ысынында улар үҙаллы йәшәй алмай һәм ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыға алмай. 2. Бөгөн йәш быуын бөтөнләй әҙәпһеҙ һәм ойошмаған тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. 3. Әгәр үҫмер аҡыллы икән, ул проблемаларын үҙе хәл итә һәм тәрбиәле була аласаҡ.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Nowadays we are often told that young generation is absolutely impolite and disorganized. As for me, I partially agree with this opinion as there are various facts that support it. To begin with, teenagers are reluctant to listen to their parents` advices. They feel like looking independent and confident but, of course, in fact they can neither live on their own nor manage with all difficulties themselves. Moreover, teenagers are often very selfish and self-absorbed. They think they are much better than other people. In addition, I strongly believe that teenagers` behavior is influenced by mass media. Today most of young people have TV-sets as well as computers with permanent Internet connection in their bedrooms. It is really difficult for children to determine the difference between the reality and the fantasy. Hence, they start imitating the violent behaviour they see in their favourite programmes. However, there are people who oppose this view. They suppose that teens seem to be rude and selfish due to their age. Their character is changing, they are growing up and have to take responsibilities and responsibility for their actions. It is very difficult for them to cope with these problems, that is why they become aggressive. In conclusion, I firmly believe that a lot depends on parents and the way a child is bringing up. If a teenager has the common sense, then he or she will be able to solve any problem and improve his or her behavior.

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.