Главные вкладки

Йәштәр мәсьәләләре – Youth Problems

Етмеш икенсе дәрес

Lesson Seventy Two

 

Йәштәр мәсьәләләре – Youth Problems

(дауамы)

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Уҙған дәрестә йәштәр һәм үҫмерҙәр проблемалары тураһында һөйләштек, бөгөн дә был теманы дауам итәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Йәштәр араһында иң мөһим мәсьәләләр булған эшһеҙлек һәм яман ғәҙәттәр тураһында инглизсә өйрәнәбеҙ.  

 

Артабан темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Хәүефле мәсьәлә – Dangerous problem

Наркотиктар – Drugs

Наркотиктар ҡулланырға – to use drugs

Үлемесле ауырыу – Pernicious disease

Эшһеҙлек – Unemployment

Эшһеҙҙәр – Jobless

Йәштәр ойошмалары – Youth organizations

Рәсми булмаған ойошмалар – Informal organizations

Йәштәр төркөмдәре – Youth groups

Берләштерергә – to unite

Буш ваҡытты уҙғарырға – to spend free time

Төнгө клубтар – Night clubs

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Йәштәр араһында иң ҙур мәсьәләләрҙең береһе ул – наркотиктар. Был сағыштырмаса яңы проблема, әммә ул көндән-көн хәүефлерәк була бара – One of the main problems of young people is drugs. This is a relatively new problem but it is becoming more and more dangerous.

Дөйөм эшһеҙҙәр һаны араһында йәштәр эшһеҙлеге күләме бик ҙур. Үҫеш юлында булған байтаҡ илдәрҙә был хәл бигерәк ҡатмарлы – The percentage of unemployed youth in the total number of the jobless is high. In many developing countries the situation is more serious.

Беҙҙең илдә йәштәр ойошмалары күп, улар йәш быуынды төрлө йүнәлештәр буйынса берләштерә. Бынан тыш, бер нисә рәсми булмаған ойошмалар бар, мәҫәлән, скинхед, хиппи, панктар һәм башҡалары – There are many youth organizations in our country, which unite young men on different principles. There are some informal organizations, for example: skinheads, hippies, punks and so on.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә хоккей темаһын ныҡлап өйрәнербеҙ.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Йәштәр араһында иң ҙур мәсьәләләрҙең береһе ул – наркотиктар. Был сағыштырмаса яңы проблема, әммә ул көндән-көн хәүефлерәк була бара. 2. Беҙҙең илдә күп йәштәр ойошмалары, улар йәш быуынды төрлө йүнәлештәр буйынса берләштерә. Бынан тыш, бер нисә рәсми булмаған ойошмалар бар, мәҫәлән, скинхед, хиппи, панктар һәм башҡалары. 3. Дөйөм эшһеҙҙәр һаны араһында йәштәр эшһеҙлеге күләме бик ҙур. Үҫеш юлында булған байтаҡ илдәрҙә был хәл бигерәк ҡатмарлы.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

One of the main problems of young people is drugs. This is a relatively new problem but it is becoming more and more dangerous. Million young people today are using drugs, and most of them will die. Usually they want just to try it, then again and again… and after year may be two years they will die. It is true. Because there are no medicine to help you. That’s why never do it, if you do - it goes bad, very bad.

People of almost every age are susceptible to this pernicious disease but it hits the youth the hardest. It's name is unemployment. The percentage of unemployed youth in the total number of the jobless is high. In many developing countries the situation is more serious. Unless the economic situation in the world changes, youth unemployment will mount.

There are many youth organizations in our country, which unite young men on different principles. There are some informal organizations, for example: skinheads, hippies, punks and so on. Now there exists the problem of misunderstanding between different youth groups.

We also face the problem how to spend our free time. We can do it in different ways. Some of teenagers spend their free time in different night clubs. Other young people spend their free time in the streets. As for me, I spend my free time at home or in the night clubs.

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.