Главные вкладки

 «Юлдаш йыры» асыҡ республика конкурсын үткәреү тураһында ПОЛОЖЕНИЕ

 

  1. Дөйөм положение

«Юлдаш йыры» асыҡ республика конкурсы (артабан – Конкурс) ижад менән әүҙем шөғөлләнгән, халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусыларҙы билдәләй һәм уларҙың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә.

 

  1. Конкурстың маҡсаты һәм бурыстары:

- үҙешмәкәр йырсыларҙың башҡарыу кимәлен күтәреү һәм уларҙың оҫталығын камиллаштырыу, яңы ижади һәләттәр асыу;

- йыр авторҙарының һәм композиторҙарҙың эшмәкәрлеген пропагандалау, талантлы йыр авторҙарын билдәләү;

- башҡарыусыларҙың һәм йыр авторҙарының ижади үҫешенә булышлыҡ итеү.

 

3.Конкурсты ойоштороусы:

Башҡортостан республикаһының «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы дәүләт унитар преприятиеһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы.

 

Ойоштороусы билдәле башҡарыусыларҙан, композиторҙарҙан, йүнәлешле уҡыу йорттары уҡытыусыларынан һәм «Башҡортостан» ТРК ДУП хеҙмәткәрҙәренән торған баһалама комиссияһын раҫлай, Конкурс уҙғарыу буйынса бар эште башҡарыр махсус комитет төҙөй.

 

Ойоштороусы бүләктәр (приз) фондын булдыра, лауреаттар ҡатнашлығында концерттар ойоштора, конкурсты мәғлүмәти яҡтан тәьмин итә.

 

4.Конкурста ҡатнашыусылар:

Конкурста Положениела күрһәтелгән ваҡытҡа тиклем ғариза биргән, Башҡортостан Республикаһынан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының башҡа региондарынан, сит илдәрҙән башҡорт һәм татар телдәрендә йырлаған, 16 йәштән 60 йәшкә тиклемге үҙешмәкәр башҡарыусылар, шулай уҡ ҡатнашыусылар башҡарыуында үҙ яҙмаларын тәҡдим иткән йыр авторҙары ҡатнаша ала.

 

5.Конкурсты үткәреү тәртибе һәм шарттары:

Конкурста ҡатнашырға теләүселәр Ойоштороусыға

 

- ирекле формала анкета-ғариза;

- үҙе тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт (исем-шәрифтәр, тыуған көн һәм тыуған урын, белем кимәле, эшләгән йәки уҡыған урыны, йәшәгән адресы, бәйләнеш телефоны);

- өс әҫәрҙең фонограммаһын (беренсе йыр – башҡорт халыҡ йыры, икенсеһе –патриотик йыр, өсөнсөһө - конкурста ҡатнашыусы үҙе һайлаған йыр)

 

Бер башҡарыусынан иң күбе 4 йыр ҡабул ителә. Һәр йырҙың (халыҡ йырынан тыш)

а) шиғыр авторы

б) көй авторы

в) башҡарыусыһы күрһәтелергә тейеш.

 

6.Конкурсты үткәреү тәртибе

Конкурс өс этапта үтә:

Беренсе тур – 2016 йылдың 1 сентяберенән 2017 йылдың 1 мартына тиклем

Икенсе тур – 2017 йылдың 1 апреленән 1 июнгә тиклем

Өсөнсө тур – 2017 йылдың сентябрь-октябрь айҙары

    Еңеүселәрҙе билдәләгәндә  өсөнсө, икенсе, беренсе урындар һәм Гран-при биреү ҡарала. Ойоштороусы һәм жюри үҙ номинацияларын булдырыу хоҡуғына эйә.

 

Беренсе турҙа ойоштороу комитеты икенсе турға үтеүсе кандидаттарҙы билдәләй.

Икенсе турға уҙыусылар 2 мең һум кимәлендә иғәнә түләй.

Икенсе турҙа рәсми жюри ябыҡ ултырышта был турға тәҡдим ителгән яҙмаларҙы тыңлай.

Өсөнсө тур - Һығымталар яһау һәм еңеүселәр менән Гала-концерт. Өсөнсө турға үткән ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.

Йомғаҡлау этабына үткән йырҙарҙы һайлау критерийҙары: музыкаль йөкмәтке, әҙәби кимәл, артист оҫталығы, тәбиғи һәләт.

Конкурстың беренсе турында ҡатнашыу өсөн башҡарыусылар Ойоштороу комитетына йырҙарының яҙмаларын тәҡдим итә. Үҙ яҙмалары булмаған башҡарыусыларға, Ойоштороу Комитеты ҡарары менән, «Башҡортостан» ТРК ДУП студияһында түләүле нигеҙҙә йыр яҙҙырыу мөмкинлеге бирелә.

 

 Конкурста ҡатнашырға ғариза биреү башҡарыусының Ойоштороусы ҡуйған шарттар менән килешеүен белдерә.

 Ойоштороусы Конкурсҡа килгән яҙмаларҙы (финал турға уҙмағандарын да)аудио, видеоальбомдар сығарғанда, эфирҙа, тапшырыуҙарҙа ҡулланыу хоҡуғы ала.

 Финал концертта конкурс буйынса үткән йырҙарҙы алмаштырыу рөхсәт ителмәй.

Конкурс барышында профессиональ жюри шулай уҡ иң яҡшы композитор эшен, иң яҡшы шиғри әҫәрҙе билдәләй.

 

Ойоштороу комитеты менән килешелгәнсә, жюри ағзалары персональ бүләктәр булдыра һәм тапшыра ала.

    

7.Конкурсы финанслау. 

«Юлдаш йыры» асыҡ республика Конкурсы

  а) ойоштороусының килеменә;

  б) ҡатнашыусылар иғәнәһенә;

  в) бағыусылар аҡсаһына;

  г) Гала-концертта һатылған билеттарҙан ингән аҡсаға;

  д) башҡа төрлө ярҙамға

таянып ойошторола. 

 

8.Конкурсты йомғаҡлау һәм бүләкләү

Өсөнсө (финал) турҙа ҡатнашыусылар «Юлдаш йыры» асыҡ республика конкурсының Дипломанты исемен ала. Еңеүселәр араһында өсөнсө, икенсе, беренсе урындар, Гран-при эйәһе билдәләнә, уларға «Юлдаш йыры» асыҡ республика конкурсының Лауреаты исеме бирелә, ойоштороусынан бүләктәр тапшырыла. Гала-концерт Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан, «Ҡурай» каналынан күрһәтелә. Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең башҡарыу оҫталығын «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналында, "Башҡортостан юлдаш телеканалы"нда,  «Ашҡаҙар» радиоһында пропагандалау мөмкинлеген ала.

 

Бәйләнеш:

Телефондар: (347) 251-74-88, 273-40-87, 295-98-79..

Адрес: 450076, Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1.

«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы

Электрон адрес:  yuldash.2017@yandex.ru

 

         "ЮЛДАШ ЙЫРЫ - 2017" КОНКУРСЫНДА ҠАТНАШЫРҒА ТЕЛӘК БЕЛДЕРЕҮСЕЛӘР:

 

  1. Флүрә Үҙәнбаева, Өфө ҡалаһы
  2. Рим Әбүбәкиров, Күгәрсен районы, Мәҡсүт ауылы
  3. Зөлфиә Ғүмәрова, Әлшәй районы, Яңы Сәпәш ауылы
  4. Рида Дүсмәтова, Өфө ҡалаһы
  5. Альбина Ғәйфуллина, Салауат районы
  6. Рәүилә Дәүләтова, Миәкә районы
  7. Айһылыу Биктимерова, Өфө ҡалаһы
  8. Фәниә Мөнирова, Күмертау ҡалаһы
  9. Алһыу Әхмәтсафиева, Балтас районы
  10. Сулпан Әбүбәкирова, Сибай ҡалаһы
  11. Зөлфирә Исмәғилева, Миәкә районы
  12. Ләлә Ғүмәрова, Әбйәлил районы
  13. Гөлфиә Шәүәлиева, Өфө ҡалаһы
  14. Фәнзәт Әхмәтов, Балтас районы
  15. Денис Илсебаев, Баймаҡ районы
  16. Рафаил Сәлихов, Белорет районы
  17. Гөлфирә Шәйбәкова, Әбйәлил районы
  18. Нурзиә Сабитова, Әбйәлил районы
  19. Зәһүрә Әбсәләмова, Өфө ҡалаһы
  20. Илназ Үҙәнбаев, Белорет районы
  21. Венера Ниғмәтуллина, Ҡырмыҫҡалы районы
  22. Ғәлимә Тимерғазина, Ҡырмыҫҡалы районы
  23. Азат Исҡужин, Сибай ҡалаһы
  24. Риваль Мөхәмәтшин, Мәләүез ҡалаһы
  25. Айгөл Ғабдрахманова, Балтас районы
  26. Айһылыу Ҡотлоғәлләмова, Өфө ҡалаһы
  27. "Юлдаш" ансамбле, Салауат районы, Малаяҙ ауылы
  28. Алһыу Һөйөндөкова, Благовар районы
  29. Гөлназ Рәхмәтуллина, Ишембай ҡалаһы
  30. Филүзә Рәшитова, Өфө ҡалаһы
  31. Зөһрә Иҫәндәүләтова, Сибай ҡалаһы
  32. Рәйхана Хафизова, Мәләүез районы
  33. Ләйсән Валеева, Мәләүез районы
  34. Айрат Баязитов, Бөрйән районы
  35. Әлфиә Тойғонова, Өфө районы
  36. Гүзәл Моталлапова, Илеш районы

 

 

 

 

  

 

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.