Главные вкладки

Йыһанды өйрәнеү – Space Exploration

Етмеш туғыҙынсы дәрес

Lesson Seventy Nine

 

Йыһанды өйрәнеү – Space Exploration

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Был юлы бергәләп йыһанды гиҙәйек.

 

Дәресте башлайбыҙ. Инглизсә Йыһан – Space. Йыһанды өйрәнеү – Space Exploration.  

 

Артабан бөгөнгө темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр өйрәнәйек.

Йыһангир – Cosmonaut / Astronaut (AmE)

Йыһанға осош – Space flight

Яһалма юлдаш – Satellite

Йыһан карабы – Spaceship

Йөк ташыусы ракета – Carrier-rocket

Йыһанға сығырға – to go into space

Ер шары тирәләй бер тапҡыр әйләнергә – to make one orbit round the Earth

Айға ултырыу – to land on the Moon.

Асыҡ йыһан – Outer space

Орбитала осоу аппараты менән идара итеү – Orbital manned flight

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

12 апрелдә Рәсәй халҡы, донъяла Совет кешеһенең йыһанға беренсе осош яһағаны хөрмәтенә, Космонавтика көнөн билдәләй – On April 12 every year the Russian people celebrate Cosmonautics Day in commemoration of the first space flight in the world which was made by Soviet citizen.

1969 йылдың 21 июлендә Америка йыһангирҙары Армстронг менән Олдрин Айға ултыра – July 21 in 1969 the American astronauts Armstrong and Aldrin land on the Moon.

Пилотһыҙ яһалма юлдаштар асыҡ йыһанды тикшереү һәм файҙаланыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булды – Unmanned satellites have been of great significance in the exploration and peaceful use of outer space.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә йыһан темаһын дауам итербеҙ.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар!  – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Пилотһыҙ яһалма юлдаштар асыҡ йыһанды тикшереү һәм файҙаланыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булды. 2. 12 апрелдә Рәсәй халҡы, донъяла Совет кешеһенең йыһанға беренсе осош яһағаны хөрмәтенә, Космонавтика көнөн билдәләй. 3. 1969 йылдың 21 июлендә Америка йыһангирҙары Армстронг менән Олдрин Айға ултыра.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

On April 12 every year the Russian people celebrate Cosmonautics Day in commemoration of the first space flight in the world which was made by Russian citizen. Here are three main dates in the history of space exploration.

October 4 in 1957 the Soviet Union sends the first sputnik in the world into space.

April 12 in 1961 the Russian cosmonaut Yuri Gagarin goes into space and makes one orbit round the Earth in his spaceship Vostok-1.

July 21 in 1969 the American astronauts Armstrong and Aldrin land on the Moon.

Since Yuri Gagarin’s flight, Russian space science and engineering have come a long way. Unmanned satellites have been of great significance in the exploration and peaceful use of outer space.

Russia is known to carry out many orbital manned flights involving over 80 cosmonauts, many of them having flown several times. When the 170 million horse power carrier-rocket called “Energia” was successfully tasted in 1987.  Russian experts believe “Energia” to be able to take explorers to the Moon or bring back to the Earth satellites that went out of operation.

 

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.